Новости
30 Ғинуар 2018, 08:06

Башҡортостанда водителдәргә таныҡлыҡ алмаштырғанда ҡайтанан имтихан тапшырыу ихтималлығы хаҡында хәбәр борсоу һалған

Башҡортостандың ЮХХДИ бүлексәләрендә һуңғы ваҡытта водитель таныҡлығын алмаштырыу менән бәйле граждандарҙың мөрәжәғәттәре артыуы билдәләнгән.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, таныҡлыҡтары ғәмәлдән сығыуға әллә күпме ваҡыты булған водителдәр ҙә мөрәжәғәт итә.


«Ул ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында таныҡлыҡты алмаштырғанда һынау имтихандарын үтеү кәрәклеге хаҡында бирелгән мәғлүмәт менән бәйле, тип уйлайбыҙ. Был дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Ғәмәлдә булыу ваҡыты уҙған водитель таныҡлығын алмаштырғанда ҡануниәт тарафынан имтихан тапшырыу ҡаралмаған», — тип аңлатма бирҙеләр ЮХХДИ-ла.


Рәсәй Автомәктәптәр союзы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына таныҡлыҡтың ваҡыты уҙғандан һуң, уларҙы алмаштырырға килгән водителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә белемен тикшерергә тәҡдим иткән. Сәбәбе – автомәктәптәргә һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә ҡарата ҡаты контроль.
"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас