Новости
29 Января 2018, 12:13

Төбәктә муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артты

2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда муниципаль вазифалар биләгән кешеләрҙе аҡсалата бүләкләү, айлыҡ вазифа окладтары һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең дәрәжәләре өсөн вазифа окладтарына өҫтәмәләр 1,04 тапҡырға арттырылды.

29 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары баҫылған.


Документта билдәләнеүенсә, аҡсалата түләүҙе арттырғанда (индексациялағанда) окладтар, вазифа окладына өҫтәмәләр, шулай уҡ айлыҡ һәм башҡа өҫтәмә түләүҙәрҙең күләме «бер һумға тиклем арттырылырға тейеш».
"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас