Новости
29 Января 2018, 16:14

Төбәктә көндәрҙең йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда көндәрҙең йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә. Был аҙнала уҡ республикала һауа торошо үҙгәрә, тип фаразлай синоптиктар.

«Алдағы көндәрҙә ҡарһыҙ һауа торошон билдәләгән Себер антициклоны сигенә. Антициклон көнбайыштан килгән циклон тәьҫирендә көнсығышҡа күскәнлектән, һауа шарттары үҙгәрә. 1 февралдә республиканың күпселек райондарында ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ -5,-1 градус», — тип хәбәр итә метеорологтар.
Ғиунар айында республикала яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 60% яуған. Урал аръяғында яуым-төшөм тағы ла аҙыраҡ — норманан 10-30%. Әлеге райондарҙа ғәҙәттәгенән 1-4 градусҡа һалҡыныраҡ булған. Уҙған аҙнала Учалыла һәм Сибайҙа һауа температураһы көндөҙ -18, -25, төндә иһә -25, -32 градус торҙо, тип йомғаҡ яһанылар үтеп барған айға Башгидрометүҙәктә. "Башинформ".
Читайте нас