Әлеге ваҡытта төбәктә эш көсө 2,021 миллион кешегә етә. Уларҙан 1,909 миллиондан ашыу кеше – иҡтисадта мәшғүл. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 187 һумға тиң.
«Росстат»тың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йылдың декабрендә Рәсәйҙә 15-72 йәштәрҙә эш көсө 76,3 миллион кеше булған. Уларҙың 72,4 миллионы иҡтисади эшмәкәрлектә мәшғүл булараҡ иҫәпләнгән.
2017 йылдың 4 кварталында һайланма эш көсөн өйрәнеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда дөйөм эшһеҙҙәр һаны 112 меңгә яҡын тәшкил иткән.
Төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,5 процентҡа тиң. Волга буйы федераль округы буйынса был күрһәткес – уртаса 4,4 процент, дөйөм Рәсәй буйынса – 5 процент, тип билдәләй «Росстат».
"Башинформ" агентлығынан.