Новости
29 Ғинуар 2018, 09:08

Башҡортостан Финанс министрлығы яңы бүлеккә хеҙмәткәрҙәр йыя

Ағымдағы йылда республика Финанс министрлығында килешеү системаһын көйгә һалыу буйынса яңы бүлек ойошторола. Унда иҡтисад һәм идаралыҡ, юриспруденция, аналитика эше өлкәһе белгестәре талап ителә.

Әңгәмәгә дәүләт һатып алыуҙары менән идара итеү өлкәһендә тәжрибәһе булған белгестәр, шулай уҡ эш тәжрибәһе булмаған юғары уҡыу йортон тамамлаусылар саҡырыла.


Әңгәмәгә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 280-96-63 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Резюме һәм анкетаны Zaynullin.VG@bashkortostan.ru тигән электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Анкеталар 28 февралгә тиклем бында билдәләнгән формала ҡабул ителә.

"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас