Новости
29 Ғинуар 2018, 09:04

Баш ҡала йәштәрен вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

1 февралдә Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Мәшғүллек үҙәгенән.

Тәҡдим ителгән вакантлы эш урындары иҫәбендә администратор, бармен, әйҙәүсе белгес, автомобиль водителе, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, табип-терапевт, баш белгес, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, йөксө, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы һәм электрик бар.


Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше бирелә, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар үткәрелә.


Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.


Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас