Рәсәйҙең спорт министры Павел Колобков һүҙҙәренсә, 169 спортсынан торған исемлек рәсми һәм һуңғы. «Уға ингән спортсыларға Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына саҡырыу ебәрәсәк. Улар Уйындарҙа ҡатнашырғамы-юҡмы, үҙҙәре хәл итә», — тип Колобковтың телмәренән өҙөмтә килтерә Рәсәй Олимпия комитеты сайты.
Шул уҡ ваҡытта, Истаграм социаль селтәрендәге сәхифәһендә Семен Елистратов Пхенчханға барырға ниәтләнеүе хаҡында яҙған.
«Әлбиттә, хәл ғәҙелһеҙ ситләштереүҙәр артынан һуңғы арала Олимпиада тирәләй булған нәмәләрҙе үҙебеҙ аша үткәреп, ҡатнашыуҙан баш тартһын, өйҙә ултырып, үҙ һаҙында әйләнһен өсөн эшләнә. Әммә быны эшләргә ярамай! — тип яҙа спортсы. – Олимпия уйындары – ул миҙал һәм хөрмәт баҫҡысы ғына түгел, ул беҙҙең өсөн янып-көйгән, беҙгә ышанған һәм ғүмеренең бер өлөшөн биргән ғаиләләр, «хыялға табай ғүмер» тип аталған ҡатмарлы юл».
"Башинформ" агентлығынан.