Башҡортостанда тыуым статистикаһы 2016 йыл менән сағыштырғанда бер аҙ кәмегән, ул саҡта 55 628 сабый донъяға килгән. Ләкин 2018 йылда тыуым артыр, тип өмөтләнә табиптар. Шул иҫәптән илдең демографик сәйәсәтендәге яңылыҡтар ҙа быға булышлыҡ итергә тейеш. Ағымдағы йылда тәүге балаһы тыуған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түләүҙәр ҡаралған.
Әлегә ғинуарҙа тыуғандар һаны буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хаҡта февраль башында билдәле була. «Башинформ» агентлығы мәғлүмәтенә ярашлы, яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 17 сабый: 11 ҡыҙ һәм алты малай донъяға килгән. Уның ҡарауы, ғинуар айында республикала ике һәм өс игеҙәк сабыйҙар бар. Былтыр Башҡортостанда 389 ике һәм өс игеҙәк тыуған.
2017 йылда малайҙар араһында — Артем, Тимур, Кирилл, Әмир, Данил, ҡыҙҙар араһында Арина, София, Самира, Виктория, Анастасия исемдәре популяр булған.
Республикала йәшәүселәр Добромир, Дениз, Ғаяр, Доменик, Кемаль, шулай уҡ Анэлл, Божена, Данэлия, Захра, Лея кеүек һирәк осраған исемдәр ҙә ҡушҡан.
"Башинформ" агентлығынан.