Депутат үҙ теләге менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышын ҡалдырҙы.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев Фәнил Тайыповҡа «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте үҫешендә айырым индергән өлөш өсөн» Почет билдәһе тапшырҙы.
«Депутат сифатында Фәнил Бәһим улы үҙен иң яҡшы яҡтан күрһәтте. Ул республика ҡануниәтен булдырыуҙа һәм камиллаштырыуҙа ҡатнашты, бер төркөм закон проекты авторы, һайлаусыларының мәнфәғәттәрен әүҙем яҡланы», – тине Константин Толкачев.
Шулай уҡ ошо көндө Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын һәм киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү буйынса комитетҡа КПРФ-тың республика бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин инде. Ул КПРФ-тан вакантлы мандатты 2017 йылдың декабрендә алды.
"Башинформ" агентлығынан.