Новости
26 Ғинуар 2018, 08:24

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе парламенттың яҙғы сессияға пландары хаҡында һөйләне

Кесе йома, 25 ғинуарҙа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яңы йылдан һуң беренсе ултырышы үтте. Уны асып, Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев яҙғы сессияға пландарҙы уҡып ишеттерҙе: депутаттар 50 закон проектын ҡараясаҡ һәм бер төркөм закон үтәлешен контролдә тотасаҡ, республика башлығы мөрәжәғәтнамәһендә 2018 йылға ҡуйылған бурыстарҙың ғәмәлгә ашырылыуы өҫтөндә эшләйәсәк.

Парламентарийҙар социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы, урындағы үҙидара, бюджет процесы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге, ер мөнәсәбәттәрен көйләү, физик культура һәм спорт, халыҡ художество кәсептәре, инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү, халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһындағы закондарҙы ҡараясаҡ.
2018 йылғы беренсе ултырышта ике тиҫтә тирәһе закон проекты, уларҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа ҡаралған.
Константин Толкачев Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексты камиллаштырыу менән бәйле закон проекттарға иғтибар итте. Атап әйткәндә, һүҙ «Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты хаҡында бара. Төҙәтмәләр Башҡортостан Республикаһының Терроризмға ҡаршы комиссияһы ҡарарын үтәмәгән өсөн штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.
«Терроризмды иҫкәртеүгә, уның менән көрәшеүгә, уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтә донъяла, шул иҫәптән илебеҙҙә лә ҙур иғтибар бүленә. Әммә республиканың Терроризмға ҡаршы комиссияһы ҡарарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ булмағанлыҡтан уның ҡарарҙары ҡайһы берҙә маҡсатҡа ирешмәй. Хәҙер хәл бөтөнләй үҙгәрергә тейеш», – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы спикеры.
Парламентарийҙар «Уйын бизнесына һалым тураһында» республика законына үҙгәрештәр проектын ҡараны. Ул процессинг үҙәктәренә, тотализаторҙар һәм букмекер контораларының ставкалар ҡабул итеү пункттарына һалымды икеләтә арттырыуҙы, шулай уҡ ошо өлкәләге яңы һалым һалыу объекттары — тотализаторҙар һәм букмекер конторалары интерактив ставкаларының процессинг үҙәктәре өсөн 3 миллион һумлыҡ максималь һалым ставкаһын билдәләүҙе күҙ уңында тота.
Депутаттар «Физик шәхестәрҙең милкенә һалым буйынса недоимка суммаһына пеня һала башлау датаһын билдәләү тураһында» һәм «Ғәмәлдән сыҡҡан төбәк һалымдары һәм йыйымдары буйынса пенялар һәм штрафтар буйынса недоимканы һәм бурысты түләтеүгә өмөтһөҙ тип таныуға өҫтәмә нигеҙ билдәләү тураһында», шулай уҡ дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәте тураһында ҡануниәтте көйләү өлкәһендәге эште камиллаштырыу менән бәйле закон проекттарын ҡараны. "Баширфом".
Читайте нас