Новости
26 Ғинуар 2018, 12:11

“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”

Шүлгәнташ мәмерйәһе лә, бал, ҡурай менән бер рәттән, күптән инде республикабыҙҙың милли брендына әйләнгән. Әле лә уның асылып бөтмәгән серҙәре күп. Былтыр ғалимдарҙың мәмерйәлә граффити һүрәттәрен таҙартҡан саҡта дөйә һүрәтенә юлығыуы тағы ла бер ҙур табыш булды, ул донъя кимәлендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”, – ти Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығына ҡараған Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин.Шүлгәнташ мәмерйәһе ғалимдарға 200 йылдан ашыу билдәле, әммә әлегә тиклем ныҡлап өйрәнелмәгән тип иҫәпләнә. Әле уның иң төпкөлөнә тиклем бер кем дә барып етмәгән. Тәүге палеолит осорона ҡараған ат, мамонт һүрәттәре XX быуаттың 50-се йылдарында табыла. Таш быуат мираҫына зыян килмәһен өсөн, ул залдарға инеү тыйылған, бары тикшереүселәргә генә рөхсәт ителә.Халҡыбыҙҙың милли хазинаһы – Шүлгәнташтың киләсәге ниндәй буласаҡ? Уны һаҡлау йүнәлешендә ниндәй саралар күрелә? Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

– Мәмерйәләр буйлап сәйәхәт итеү менән мауыҡмаһам да, яйы сыҡҡанда уларҙы ҡарау­ҙан баш тартмайым. Абхазияға барғанда Новый Афон мәмерйәһендә булып, ундағы хеҙмәтлән­дереү кимәленең юғарылығын, туристар өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтарҙы, биләмәнең төҙөклөгөн күреп, һоҡланып ҡайттым. Шүлгән­таш был йәһәттән күпкә артта ҡалған.

Данир Әхмәҙи улы, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыбыҙҙы берәй заман ошо кимәлдә күр­һәтерлек итеп донъя кимәленә сығара алырбыҙмы?

– Әле беҙ шул яҡҡа табан барабыҙ. 2012 йылда ЮНЕСКО комиссияһының ҡарары менән Шүлгән­таш ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫына индереүгә дәғүә иткән объекттар исемлегенә өҫтәлде. Ошоға ярашлы, күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, быйыл 20 километр араға асфальт юл һалыу планлаштырыла. Интернет үткәрелде, былтырҙан кәрәҙле бәйләнеш булдырылды. Хәҙер унда МТС, Билайн яҡшы тота. Туризмды үҫтереү өсөн был мөһим, сөнки туристарҙы заманса уңайлыҡтары, инфраструктураһы булмаған урынға йәлеп итеү мөмкин түгел.

“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”Һуңғы йылдарҙа беҙҙең делегация палеолит осорондағы мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнеү һәм сит илдәге коллегала­ры­быҙҙың эше менән яҡындан танышыу маҡсатында Көнбайыш Европаға барҙы. Унда Испания һәм Франциялағы Альтамира, Эль-Кастильо, Лас-Монедас, Ласко II, Руффиньяк мәмерйә комплекстары, шулай уҡ Лез-Эзи-де-Таяктағы Тарихҡа тиклемге осор халыҡ-ара үҙәгендә һәм Ложери-От нығытмаһының Фон-де-Гом милли музейын ҡаранылар. Хосе Антонио һәм Жан-Жак Клемер кеүек етәкселәр граффити һүрәттәрен бөтөрөү мәсьәләһе менән ҡая һүрәттәрен реставрациялау буйынса баш белгес Эдуалд Гуилламетҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Эдуалд Гуилламет, 2015 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлауға арналған II Халыҡ-ара симпозиумға килеп, объект менән танышҡандан һуң ғына был эшкә тотонорға ризалығын бирҙе.

Эдуалд Гуилламет етәкселегендәге эшсе төркөм төҙөп, Альтамира, Ласко музейҙарының белгестәре менән кәңәшләшеп, экспедиция ойошторҙоҡ. Коллектив составына “Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы” дәүләт бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре лә инде.

Мәмерйә лә ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Шул уҡ ЮНЕСКО эксперттарының талаптары буйынса мәмерйә эсендәге 120 квадрат метр майҙанда XX быуатта туристар ҡалдырған граффити һүрәттәрен, яҙыуҙарын юйҙырҙыҡ. II Халыҡ-ара симпозиумда Эдуалд Гуилламет тәүге эш һөҙөмтәләрен ҡуйҙы һәм ул сарала ҡатнашыусылар тарафынан тулыһынса хупланды, протоколда ла, ҡарарҙа ла теркәлде.

Европанан киң билдәле ғалимдарҙы йәлеп иткәндә, үҙебеҙҙең белгестәрҙе өйрәтеүҙе лә күҙ уңында тоттоҡ, сөнки Рәсәйҙә әлеге ваҡытта мәмерйәләге һүрәттәрҙе реставрациялаусы белгестәр юҡ. Шүлгәнташ — илебеҙҙә ошондай һүрәттәре булған берҙән-бер объект. Үҙебеҙҙә өс кешенән торған төркөм төҙөнөк, улар ошо билдәле ғалимдар етәкселегендә өйрәнә. Таш быуаттың иң боронғо осорондағы һынлы һүрәттәрҙе реставрациялаусы белгес тигән сертификат алып, улар киләсәктә ошо йүнәлештә эшләйәсәк.

– “Шүлгәнташ” музей комплексынан башҡа тағы ла ниндәй яңы туристик объекттар булдырыу күҙ уңында тотола?

– Эйе, белеүебеҙсә, Бөрйән районы – бөйөк эпостарыбыҙ “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” тыуған һәм һүрәтләнгән төбәк. 2018 йылда Йылҡысыҡҡан күле янында Аҡбуҙат һәйкәлен урынлаштырыу ҡаралған. Эпостағыса мөһабәт һын халҡыбыҙҙы йәлеп итеп торған тағы бер изге урынға әйләнәсәк. Шулай уҡ Башҡорт солоҡсолоғы музейын булдырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Уның проекты әҙер. Ул түңәрәк солоҡ ағасы формаһында буласаҡ. Туристар уның эсенә кереп, үҙҙәрен солоҡ умартаһы эсендәге һымаҡ тойоп, бал ҡорто донъяһы менән танышасаҡ. 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына Башҡорт этнографик комплексы төҙөү күҙаллана.

– Мәмерйәлә дөйә һүрәтен табыу был тө­бәктең мәртәбәһен тағы ла арттырҙы түгелме?

– Былтыр ноябрҙә Шүлгәнташ мәмерйәһендә V Халыҡ-ара экспедиция эшләне. Эдуалд Гуилламет етәкселегендә үҙебеҙҙең реставраторҙар Николай Григорьев, Нәсимә Яхина, Раян Әхмәтйәнов һүрәттәрҙе кальциттан таҙартыу эштәрен алып барҙы. Боронғо мираҫты тәртипкә килтереү — ЮНЕСКО тарафынан ҡуйылған талап. Таҙартҡан мәлдә бик үҙенсәлекле һүрәт килеп сыҡты – 17-19 мең йыл элек төшөрөлгән ике үркәсле дөйә. Бик үҙенсәлекле эш, сөнки ул – палеолит дәүерендә төшөрөлгән донъялағы берҙән-бер иң боронғо дөйә һүрәте. Табыштың үлсәме ҙур: оҙонлоғо – 60, бейеклеге 40 сантиметр самаһы. Ғалимдар уның төшөрөлгән ваҡытын билдәләй ала, датаһы бар, ә бит кальцит аҫтынан табылған башҡа күп кенә һүрәттәрҙең, геометрик һындарҙың ваҡытын асыҡлай алмайҙар. Европала палеолит дәүеренән ҡалған дөйә һүрәттәре юҡ. Был асыш тураһында сит ил матбуғатында, шул иҫәптән ғилми үҙәктәр, Ласко, Альтамира, Шове музейҙарының сайттарында ҙур асыш тип яҙып сыҡтылар. Ғөмүмән, Көнбайыш Европала бындай асыштар менән бик ныҡ ҡыҙыҡһыналар.

– Асыш тотош Европаны шаулатһа ла, республика матбуғатында дөйә тураһындағы мәғлүмәт әллә ни сағыу яҡтыртылмаған кеүек тойола. Төбәк халҡы бындай яңылыҡтарға әллә ни иғтибар итеп бармаған кеүек. Бәлки, был ҡараш үҙебеҙҙең милли байлыҡтың ҡәҙерен белмәүгә ҡайтып ҡалалыр?

– Эйе, беҙҙә ҙур тарихи асыш булды, әммә дөйә һүрәтен төймәләй итеп кенә күрһәтергә маташыусылар ҙа табылды. Был тар күңелле кешеләрҙең ҡарашы, ҡайһы берәүҙәрҙең ошо асыштың әһәмиәтен фәнни яҡтан аңламауы тураһында һөйләй. Асыштар нигеҙле алып барыла, сөнки бында юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителде. Европаның тәжрибәле, донъяла танылған, билдәле белгестәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙе хуп күрҙек.

Иң мөһиме – дөйә һүрәтен Европа ғалимдары таныны. Әлеге ваҡытта ике Европа фәнни журналында һәм Рәсәй фәнни баҫмаларында был турала материалдар баҫтырырға йыйынабыҙ.

Беренсенән, дөйәне асыу – Шүлгәнташтың ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы объекттары исемлегенә инеү мөмкинлеген тағы ла арттырҙы. Европа мәмерйәләрендә мамонт, ат, буйвол кеүек бер-береһенә оҡшаш һүрәттәр күп, ә дөйә кеүек үҙенсәлекле экспонаттар юҡ. Ә Шүлгәнташта береһендә лә ҡабатланмаған дөйә һүрәте бар.

Быйыл Халыҡ-ара симпозиум үткәрергә йыйынабыҙ. Унда Көнбайыш Европанан ғалимдар килеүе көтәлә. Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә. Быныһы ғалимдарҙың ҡыҙыҡһыныуы булһа, икенсеһе – туристарҙыҡы. Шүлгәнташтағы дөйә һүрәте Башҡортостандың билдәле милли брендына әйләнәсәк.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас