– Беҙ 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын хәбәр итте.
Осрашыу барышында нефть-химия комплексын үҫтереүҙең төрлө аспекттары ла тикшерелде.
Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләрҙә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
"Башинформ" агентлығынан.