Новости
25 Ғинуар 2018, 08:03

Владимир Путин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты

Өфөгә эш сәфәре сиктәрендә килгән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Осрашыуҙа Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Дәүләт башлығы Башҡортостанда мәсеттәрҙең артыуын ыңғай баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, был традицион диндәрҙең үҫеше хаҡында һөйләй.


Владимир Путин шулай уҡ республикала ислам дине өлкәһендә белгестәр әҙерләүгә ҡарашын белдерҙе.


— Был бик яҡшы, дөрөҫ берләштерелгән эш, – тине Президент.


Әңгәмә алдынан дәүләт башлығы Рәсәйҙә боронғо мәсеттәрҙең береһендә – Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсетендә булды. Ул 1830 йылда төҙөлгән. Мәсет ҡарамағында «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм ике класс рус-башҡорт училищеһы эшләгән. 1960-1992 йылдарҙа ул Өфөлә берҙән-бер ғәмәлдәге мәсет була.


Владимир Путин ир-егеттәрҙең намаҙ уҡыу бүлмәһен ҡараны, мәсеттең тарихы, уға йөрөүсе диндарҙар менән ҡыҙыҡһынды.

"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас