Новости
25 Ғинуар 2018, 06:36

Республика студенттарына Төркиәлә гид булып эшләү мөмкинлеге бар

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы колледжынан 12 студент 2018 йылдың апреленән октябргә тиклем Төркиәнең ҙур туристик компанияларының береһендә стажировка үтеү мөмкинлеген алды. Трансфер һәм экскурсия гидтары булып эшләү — «Ҡунаҡхана сервисы» һөнәре буйынса белем алғандар өсөн ҙур тәжрибә.

2017 йылдың аҙағында студенттар етди һайлап алыу турын үтте. Улар компанияның Рәсәй һәм Төркиә вәкилдәре менән ике әңгәмәләшеүҙә булды. Комиссия һөнәри компетенцияларҙы һәм инглиз телен белеүҙе баһаланы.


«Конкурс Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙҙы, – тип билдәләне колледж мөдире Н. Н. Ткачева. – Бөгөн беҙ Төркиә компанияһы өсөн хеҙмәткәрҙәр һайлау буйынса төп майҙансыҡ иҫәпләнәбеҙ. Беҙ уның менән оҙайлы килешеү төҙөнөк».


Әңгәмәләшеүҙә Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге төрлө уҡыу йорттарынан 38 кеше ҡатнашты. Төркиәгә бөтәһе, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары менән бергә, тағы һигеҙ кеше юллана.


«Ҡунаҡхана сервисы» һөнәре колледжда ике йыл элек асылғайны. Бөгөн унда 60-тан ашыу студент абруйлы һөнәрҙең серҙәренә төшөнә.

"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас