Новости
24 Ғинуар 2018, 09:56

Республика Ауыл хужалығы министрлығы агрономдарҙы яңы технологияларға өйрәтә

Башҡортостанда муниципалитеттар, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары баш агрономдары Аграр университетында һәм Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында республика Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған квалификация күтәреү курстарында белем аласаҡ.

«Март айына ҡәҙәр 659 белгес уҡып сығырға тейеш. Программаның үҙенсәлеге – теория һәм практика бәйләнеше. Иң яҡшы практикаларҙы һәм теорияларҙы ҡарауға, тәҡдим ителгән технологияларҙы ҡулланыуға ҙур әһәмиәт бирелә. Беҙ төрлө йүнәлешле программа әҙерләргә тырыштыҡ, сөнки ҡайһы бер тыңлаусыларға тупраҡ әҙерләү үҙенсәлектәре ҡыҙыҡлы, икенселәренә үҫемлекселектә яңы технологиялар, культураларҙы һаҡлау хаҡында мәғлүмәт алыу мөһим», — тип билдәләнеләр министрлыҡта. "Башинформ".
Читайте нас