Әлеге ваҡытта социаль мөһим объекттарҙы, шул иҫәптән мәктәптәрҙе һаҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса махсус эшсе төркөм ойоштороу мөмкинлеге өйрәнелә. Ҡатнашыуға ҡыҫылышы булған бөтә ведомстволар: Рәсәй гвардияһы, Федераль именлек хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы, шулай уҡ һаҡ берләшмәһе вәкилдәре саҡырыласаҡ.
2015 йылдың декабрендә Хеҙмәт министрлығы һөнәри стандарттар ҡабул итте, әммә улар кәңәш формаһын йөрөтә һәм хәҙер Мәскәү биләмәһендә генә ғәмәлгә ашырыла, тип хәтергә төшөрҙө депутаттар.
Был һорау менән Дәүләт Думаһында Пермь крайындағы һәм Бүрәт республикаһындағы хәлдәрҙән һуң шөғөлләнә башланылар. Пермдә уҡыусыларға һөжүм иткән кешенең мәктәпкә инеүгә рөхсәте булмаған, ә Улан-Удэла, киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, уҡыу йортон вахтер һаҡлаған.
Белгестәр фекеренсә, киләсәктә ҡабул ителәсәк саралар һөҙөмтәһендә хеҙмәттәр сифаты ярайһы уҡ күтәреләсәк. "Башинформ".