Өфө вокзалынан поезд дүрт көнгә бер тапҡыр китәсәк. Төп туҡталыштар: Кропачево, Златоуст, Миәсс, Силәбе, Үрге Өфәлей, Екатеринбург, Невьянск, Түбәнге Тагил, Серов, Геологик һәм Нягань.
Куйбышев тимер юлы матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, поезға билеттар һатыла башланған да инде. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнән Обь буйы станцияһына ҡәҙәр плацкарт вагонға билет – 1393 һумдан, купеға 2 820 һумдан башлана. "Башинформ".