Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Ғинуар 2018, 09:58
«Башҡортостан» милли паркында бер йылда 25 мең турист булған
Уҙған йылда «Башҡортостан» милли паркында бер йыл эсендә 25 мең турист булған, тип йомғаҡ яһанылар туризм бүлегендә. Был 2016 йылға ҡарағанда 15 процентҡа кәмерәк – уға ямғырлы һәм һыуыҡ йәй сәбәпсе булған. Шуға ҡарамаҫтан, яҙын, көҙөн һәм ҡышын ғәҙәттәгенән күберәк кеше йөрөгән. Туризмдан ингән килем 3,6 миллион һум тәшкил иткән – ул алдағы һандан 3 процентҡа кәмерәк.
Һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре бер йылда 1600-ҙән ашыу рейд уҙғарған, боҙоуҙар өсөн 280 протокол төҙөгән, әммә бер браконьерлыҡ осрағын да тапмаған, тип билдәләнеләр милли парк дирекцияһында. "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"