Новости
24 Января 2018, 06:10

Бөгөн Владимир Путин Башҡортостанға килә

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға килә.

Дәүләт башлығы «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барасаҡ. Унда оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының гражданлыҡ тәғәйенләнешендәге юғары технологик продукция етештереү диверсификацияһы мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарасаҡ.
Сәфәр барышында Владимир Путин Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ. "Башинформ".
Читайте нас