Новости
23 Ғинуар 2018, 10:53

Төбәктә иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы аталды

2017 йылдың декабрендә республикала иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 3460 һум тәшкил иткән.

2016 йылдың декабре менән сағыштырғанда төбәктә минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 1,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Статистика хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, шартлы (минималь) аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы аҙыҡ-түлеккә һәм уға ингән төбәк-ара ҡулланыусылар хаҡы кимәле дифференциацияһын сағылдыра. Дөйөм алғанда 33 төр.
Уны иҫәпләгәндә дөйөм ил буйынса билдәләнгән берҙәм шартлы аҙыҡ-түлек тотоноу күләме һәм Рәсәй төбәктәре буйынса уға уртаса ҡулланыу хаҡы файҙаланыла. Ул йәшәү минимумы дәүмәленең төҙөүсе өлөшө булып һаналмай.
Башҡортостандың статистика хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың ғинуар-декабре менән сағыштырғанда бер йыл эсендә сырға хаҡтар – 10,1 процентҡа, шулай уҡ һөт һәм һөт ризыҡтарына 9,5 процентҡа артҡан. Иң ҡиммәт өс аҙыҡ-түлеккә былтыр йыл аҙағына 6,1 процентҡа ҡыйбатланған май ингән.
2016 йыл менән сағыштырғанда шәкәргә хаҡ 19,2 процентҡа төшкән. Ярмалар һәм ҡуҙаҡлылар, йомортҡа 10,7 һәм 9,7 процентҡа осһоҙланған. "Башинформ".

Читайте нас