Новости
23 Ғинуар 2018, 10:55

Төбәктә «АгроЙәшлек» республика ғилми-техник ижад конкурсы иғлан ителде

Ауыл хужалығы министрлығы «АгроЙәшлек» республика ғилми-техник һәм заманса ижад конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Ул 7-17 йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү студенттары араһында иң яҡшы ғилми проекттар, эштәр, тикшеренеү эштәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.

«Конкурсыбыҙҙың маҡсаты – мәктәп уҡыусыларын ауыл хужалығын үҫтереүгә, йәштәр эшҡыуарлығына, ауыл инфраструктураһына, ауыл йәштәрен эшкә урынлаштырыуға йоғонто яһаусы ғилми-техник ижадҡа һәм заманса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йәлеп итеү», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-мәғариф учреждениелары менән эш итеү бүлеге етәксеһе Константин Пресняков.
Тулыраҡ мәғлүмәтте республика Ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға мөмкин. "Башинформ".
Читайте нас