Новости
23 Января 2018, 10:51

Өфөлә Волга буйы федераль округының «Киләсәк» социаль форумы үтә

Өфөлә Волга буйы федераль округының «Киләсәк» социаль форумы үтә. Сараны ил социаль тармағының киләсәге образын булдырыу маҡсатында Рәсәйҙең бөтә федераль округтарынан Социаль педагогтар социаль хеҙмәткәрҙәр союзы уҙғара.

Конгресс-холл майҙансығында Һамар, Ырымбур, Пенза өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикаларынан тармаҡ белгестәре йыйылған. «Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү» тип исемләнгән стратегик сессия форумдың төп сараһы булды. Һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында йәмәғәт, профессиональ берләшмә, закондар сығарыу һәм башҡарма власть, эшҡыуарлыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған өлкә вәкилдәре, социаль хеҙмәт алыусылар йәмғиәт тормошоноң мөһим өлкәләренә ҡағылышлы фәҡирлек менән көрәшеү, ауылда социаль проекттар, социаль өлкәне һанлаштырыу, инвалидтарҙың башҡа граждандар менән бер тиң мөмкинлектәргә хоҡуғы, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, мәшғүллек, ғәҙел хеҙмәт хаҡы кеүек темаларҙы тикшерҙе.
Өфөнән һуң оҡшаш социаль форумдар Дондағы Ростовта (25-26 ғинуар), Екатеринбургта (1-2 февраль), Пятигорскиҙа (5-6 февраль), Улан-Удэла (13-15 февраль), Владивостокта (21-22 февраль) үтә. «Киләсәк» бөтә Рәсәй социаль форумы 1-2 мартта Мәскәүҙә үтә. "Башинформ".
Читайте нас