Онлайн-касса индереүҙең киләһе этабына ЕНВД һәм патенттар кеүек һалым режимдары булған сауҙа ойошмалары, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ялланма эшсе тотҡан сауҙа ойошмалары ла инә. Был өлкәлә эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар өсөн һәр яңы онлайн-кассаға, шул иҫәптән 2018 йылдың 1 июленә тиклем һатып алынған техникаға һалымдан тотоп ҡалыу формаһында 18 мең һум күләмендә компенсация ҡаралған.
Шуға онлайн-кассаны алдан алыу яҡшыраҡ, ә уларҙы 2018 йылдың апрель-май айҙарында ла – ваҡытҡа яҡын теркәргә мөмкин, тип кәңәш бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында. "Башинформ".