- Әлеге закон проектын ҡабул итеү уға хоҡуҡи нигеҙ булмағанлыҡтан, мәҫәлән, түләтеү ваҡыты сығыу менән бәйле, түләтергә мөмкин булмаған бурысты бөтөрөргә мөмкинлек бирә, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Йылдан-йылға бындай бурысты иҫәпләү, уны яңынан иҫәпләү, яңы пенялар һәм штрафтар өҫтәү күп көс һәм средстволар, бюджет аҡсаларын сығарыуҙы талап итә. Был бурыстар барыбер бер ҡасан да түләнмәгәнлектән, уларҙы туплап, артабан иҫәпләүгә ҡарағанда юҡҡа сығарыу табышлыраҡ.