Ул Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса ҡуйылған. Ә Мөжәүир олатай - XXI быуаттың бөйөк шәхесе, Манһыр әүлиәһе, халыҡ табибы, күрәҙәсе һәм дин әһеле. Мөжәүир хәҙрәт күҙ ҡарашы йәки тыны менән өрөп кешеләрҙе һауыҡтыра алған. Үҙенә килеүселәрҙе алдан күреп, белеп торған, хәлдәре ауыр булғандарҙы юлда уҡ сәләмәтләндергән. Спекталдә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары уйнай, спектакль бик көслө, барһағыҙ үкенмәҫһегеҙ. Телевизорҙан булһынмы, сәхнәнәнме, гелән үлтереш, эскелек, аҙғынлыҡты пропагандалау барған ваҡытта кешене яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәп, халыҡҡа иман нуры, изгелек таратҡан был спектакль ысын мәғәнәһендә ҡараңғылыҡты яҡтыртҡан ҡояш нуры булып тора.