«Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы 36 федераль брендтың кефирын
тикшергән, шуларҙың 19-да, шул иҫәптән «Дәүләкән һөт компанияһы» акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән һөт аҙығында төрлө етешһеҙлектәр табылған. 3,2 процент ҡуйылыҡтағы кефирҙа эсәк таяҡсаһы, антибиотик эҙҙәре, крахмал булыуы һәм һөт кислотаһы организмдарының етерлек күләмдә булмауы асыҡланған. Эксперттарҙың һығымтаһына ярашлы, продукт хәүефле тип танылған, сөнки унда ҡануниәттең мотлаҡ талаптарын боҙоу осрағы теркәлгән.