Новости
18 Января 2018, 09:21

Һауа шарттарының насайыуы менән бәйле Башҡортостан ЮХХДИ республика халҡын ныҡ иғтибарлы булырға саҡыра

Был көндәрҙә Башҡортостан биләмәһендә көслө ҡар яуып, һауа торошоноң насарайыуы күҙәтелә. Шуның менән бәйле республика ЮХХДИ идаралығы урындағы халыҡҡа юлдарҙа үтә иғтибарлы булырға саҡыра.

«Үтә иғтибарлы булыуығыҙ, хәүефһеҙлек араһын үтәү, насар һауа шарттарын күҙ уңында тотоп, тиҙлек режимын һайлау, тәртипһеҙ маневр яһауҙан һәм ҡапыл тормозға һалыуҙан тыйылыу, юл билдәләрен үтәү һорала»,- тип иҫкәртә автоинспекторҙар.
Ведомствола хәтергә төшөрәләр: ҡар яуғанда коммуналь хеҙмәттәр машиналары юлды ваҡытында таҙартһын өсөн транспортты оҙаҡ ваҡытта юл ситендә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.
«Юлдарҙа водителдәргә генә түгел, йәйәүлеләргә лә уяу булырға кәрәк. Ҡыҫҡа яҡты көндә һәм ҡар яуғанда юлда күреү мөмкинлеге кәмей. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Билдәләнгән урындарҙа ғына сығығыҙ, телефондан һөйләшмәгеҙ һәм ҡараңғыла кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән ҡулланығыҙ», — тип ЮХХДИ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итә."Башинформ".
Читайте нас