Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
18 Ғинуар 2018, 11:50
Ғаилә йылында республикала Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһен һайлайҙар
Башҡортостанда Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһен һайлайҙар. Конкурс республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арналған.
Бәйгелә айыҡ тормош алып барған һәм һәр яҡлап өлгө булған ғаиләләр ҡатнаша ала. Шулай уҡ улар «Атайсал» гәзитенә яҙылырға тейеш. Ғаиләләр тураһында мәҡәлә һәм сифатлы фотолар ебәрергә кәрәк.
Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһала. Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан иң шәп дүрт ғаиләгә 25-әр мең һум аҡса тапшырыу ҡаралған. Башҡа ҡатнашыусыларҙың исемдәре Ғаилә йылында донъя күргән махсус китапҡа индерелә.
«Әлеге ваҡытта конкурстың эмблемаһы эшләнә, положениеһы ҡарала», — тип хәбәр итә
гәзиттең
редакцияһы.
Проектты ойоштороусылар — «Атайсал» гәзите, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, «РемСтройЦентр» йәмғиәте. "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"