— «Иң шәп клип төшөрөүсе».
«Ҡурай даны» премияһы дүрт этапта уҙғарыла:
1-се тур – ябыҡ (ситтән тороп). Жюри тамашасыларҙың теләктәре буйынса һөнәри ҡаҙаныштарынан сығып, дәғүәселәрҙе билдәләй.
2-се тур - таныштырыу. Концерт форматында уҙа. Унда тамашасы номинацияла ҡатнашыусылар менән таныша.
3-се тур – телевизион (һайлап алыу). Йыл дауамында «Ҡурай» каналында номинанттар тураһында тапшырыуҙар эфирға сыға. Тамашасылар ебәргән SMS-тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнә.
2019 йылдың февраль айында гала-концерт була. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, дипломдар, аҡсалата һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла."Башинформ".