Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, уртаса. Һауа температураһы көндөҙ – 5-10 градус һыуыҡ.
17 ғинуарҙа синоптиктар ваҡыты менән бер аҙ ҡар яуыуын фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 9-14 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда минус 20 градус. Көндөҙ – 5-10 градус һыуыҡ, урыны менән минус 15.
18 ғинуарҙа ваҡыты бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 13-14 градус, аяҙытҡанда 25 градус һыуыҡ. Көндөҙ -9-14, урыны менән 19 градус һыуыҡ.