Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 ғинуарҙа Рәсәй Хөкүмәте 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа заемсыларҙың икенсе йә иһә өсөнсө балаһы тыуғанда өс йәки биш йыл дауамында ипотека буйынса ставканы 6 процентҡа тиклем субсидиялау ҡағиҙәләрен
раҫланы. Программа беренсел баҙарҙа торлаҡ һатып алғандарға һәм элекке кредиттарын рефинансларға теләгәндәргә ҡағыла.