Новости
15 Января 2018, 07:10

Шыршы ҡупшы... ҡырҡылған

Башҡортостанда яңы йыл шыршыларын рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан килтерелгән зыян суммаһы асыҡланды.

Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул 3 миллион ярым һумға яҡынлаша. Республикала 27 ноябрҙән 31 декабргәсә “Шыршы” операцияһы үткәрелде. Урман инспекторҙары полиция һәм һалым хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтарға сыҡты. Операция барышында урманда рөхсәтһеҙ ағас әҙерләүҙен 107 осрағы асыҡланған, 900-ләп шыршы үҫентеһе ҡырҡылған. Ҡайһы бер ваҡиғалар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.









Читайте нас