Новости
15 Ғинуар 2018, 11:54

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өлкәһендә сараларҙы көсәйтәсәктәр

Башҡортостан Республикаһы - Ҡоролтай депутаттары яҡын арала пленар ултырышта "Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проектын ҡарауҙы күҙ уңында тота.

Инициатива Рәсәй Федерацияһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы һәм "Аҙыҡ-түлек продукттарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһында" Федераль законға ярашлы билдәләнгән законды ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
- Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге дәүләттең милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Был федераль, шулай уҡ төбәк дәрәжәһендә ваҡытында сара күреүҙе талап итә. Әлеге закон проекты шуның менән бәйле әҙерләнде, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Был башланғыс нигеҙҙә әлеге законда республикала аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙең ентекле механизмын билдәләү менән бәйле.
Закон проектында тәҡдим ителгән үҙгәрештәр, айырым алғанда, ауыл хужалығы етештереүендә дәүләт ярҙамын, ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләүҙе, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өлкәһендә дәүләт республика программаларын финанслауҙы, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнғәтен үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеүҙе, ауыл хужалығы продукцияһы сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе арттырыу, федераль закондарға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы хаҡтарҙы дәүләт көйләүен, шулай уҡ башҡа сараларҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, закон проекты аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү өлкәһендә республиканың дәүләт власть органдарының вәкәләттәрен аныҡлаштыра.
Читайте нас