Һауа торошо
Бөгөн, 15 ғинуарҙа, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһының республикала 5-10, урыны менән -17, Өфөлә -6, -8 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Атмосфера баҫымы көн дауамында бер аҙ түбәнәйәсәк.