Башҡортостан Республикаһының Терроризмға ҡаршы комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарары менән төҙөлдө. Был орган террорсылыҡты иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшмәкәрлекте көйләй, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Федераль ҡануниәткә ярашлы, бындай комиссияларҙың ҡарарҙары дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, ойошмалар, вазифалы кешеләр һәм граждандар тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейеш. Төбәктәр комиссиялар ҡарарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡты үҙаллы билдәләргә вәкәләтле. Әлеге закон проекты ошоға бәйле әҙерләнде. Террорсылыҡты иҫкәртеүгә һәм уға ҡаршы көрәшкә бөтә донъяла ҙур иғтибар бирелә. Шуға күрә был өлкәләге ҡарарҙарҙы үтәү мотлаҡ. Яуаплылыҡ йәмғиәттә тәртип булдырыуға, террорсылыҡ хәүефен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Яңы закон ҡабул ителгән осраҡта комиссия ҡарарҙарын боҙған өсөн граждандарға бер-өс мең һум, вазифалы кешеләргә — 10-20 мең, ойошмаларға 30-50 мең һум штраф һалырға тәҡдим ителә. Тәртип ҡайтанан боҙолһа, штраф күләме тағы ла арттырыла. "Башҡортостан гәзите"нән.