– Бөгөн 3 мең самаһы ғаиләнең торлаҡ алмау йәһәтенән хәүеф зонаһында ҡалғанлығы барыһына ла яҡшы билдәле. Кешеләр аҡса һалып, йылдар буйына көтә – һәм бер нәмә лә алмай. Торлаҡ төҙөүгә бәйле булмаған объектив һәм аҡса йыйып, улар менән билдәһеҙ йүнәлештә юғалыуға бәйле субъектив сәбәптәр ҙә бар, әлбиттә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм тырышлыҡ менән хәлде үҙгәртә алырбыҙ, тип уйлайым. 2018 йылда беҙ ошо мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн ябырға бурыслы. Ошондай енәйәттәргә ҡаршы әүҙемерәк көрәш алып барырға, уларҙы иҫкәртергә кәрәк. "Башинформ".