Новости
15 Января 2018, 12:00

200 һәм 2000 һумлыҡ аҡсаларҙы барлыҡ магазиндарҙа ҡабул итергә тейештәр – Башҡортостан буйынса Милли банк

200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар законлы түләү сараһы булып тора, уларҙы ғәмәлдәге банкноталар менән бер рәттән банктарҙа, сауҙа һәм сервис предприятиеларында ҡабул итергә тейештәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы аҡсаларҙы ҡабул итеүҙән баш тартыу Рәсәй ҡануниәтен боҙоу тип иҫәпләнә. Бындай осраҡта граждандарға 8-800-700-90-30 телефоны буйынса «Роспотребнадзор»ға йәки Рәсәй банкының Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм финанс хеҙмәттәренең асыҡлығын тәьмин итеү хеҙмәтенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәрәк: 8-800-250-40-72.
Икенсе вариант — Рәсәй банкының интернеттағы ҡабул итеү бүлмәһендә форманы тултырып, электрон мөрәжәғәт йәки 450008, Өфө, Театр урамы, 3-сө йорт, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан Милли банкы – бүлексәһе адресына яҙма мөрәжәғәт ебәрергә.
Яңы аҡсалар тураһында тулы мәғлүмәт fincult.info сайтында һәм Рәсәй банкының рәсми сайтында «Банкноталар һәм тәңкәләр» бүлегендә бирелгән. "Башинформ".
Читайте нас