Был 2017 йылдың һуңғы аҙнаһынан 33 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Эпидемик миҙгел башланғандан алып (2017 йылдың сентябренән) төбәк биләмәһендә киҙеүҙең лаборатор раҫланған осраҡтары теркәлмәгән.
Табиптар сирле килеш эшкә йөрөмәҫкә, ауырыу балаларҙы баҡсаға һәм мәктәпкә алып бармаҫҡа кәңәш итә. Киләһе аҙнала балаларҙың каникулы тамамлана.
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһының тәүгә билдәләре беленгәс тә, үҙаллы дауаланырға ярамай, табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Иҫкәртеү саралары ла бик мөһим: битлек кейергә, уны ике сәғәт һайын алмаштырырға, ҡулдарҙы йыш йыуырға, сирле кешеләр менән аралашмаҫҡа кәрәк. "Башинформ".