«Аҙыҡ-түлек етештергән һәм һатҡан, шул иҫәптән балалар өсөн яңы йыл бүләктәре әҙерләү өсөн аукцион үткән 35 объектта пландан тыш тикшереү үткәрелде. Санитар ҡануниәтте, техник регламентты, шул иҫәптән медицина тикшереүен үтеү, гигиенаға өйрәтеү, биналарҙы тәртиптә тотоу, аҙыҡ-түлекте билдәһеҙ һатыу, яраҡлылыҡ ваҡытын, һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланды», — тиелә ведомствоның белдереүендә.