- Федераль закон тарафынан интерактив ставкалар үҙәктәре 2017 йылдың аҙағында һалым түләүсе яңы объекттар сифатында индерелгән ине. Хәҙер төбәктәргә улар өсөн һалым күләмен билдәләүсе закондар ҡабул итеү зарур, - тине Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Билдәләнгән үҙәктәрҙең ставкалар ҡабул итеү мөмкинлектәре ярайһы уҡ киң һәм уларҙың средстволар әйләнеше ҙур буласағын иҫәпкә алып, беҙ уларға ҡарата федераль закон тарафынан
рөхсәт ителгән 3 миллион һум һалым ставкаһын ҡулланыуҙы дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Әлеге сара, әлеге закон проектында букмекерлыҡ конторалары һәм тотализаторҙар өсөн һалым ставкаларын ике тапҡыр арттырыуҙы тәҡдим иткән кеүек, бер яҡтан республика бюджетын тулыландырырға, икенсе яҡтан уйын бизнесы объекттарын кәметергә ярҙам итәсәк. Хәҙерге ваҡытта республика территорияһында әлеге өлкәлә 13 һалым түләүсе һәм 130 ставкалар ҡабул итеү нөктәләре теркәлгән. Электрон баҫма матбуғат материалдарынан.