Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, министрлыҡтың үҙәк аппаратында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 44 йыл тәшкил итә, дөйөм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең – 54 йыл.
«Дөрөҫөн әйткәндә, урман хужалығы техникумын, аграр университетын тамамлаусылар, атап әйткәндә, урман хужалығы белгестәре сифат буйынса беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй», — тип билдәләне министр.
Уның фекеренсә, Башҡорт дәүләт аграр университеты менән кадрҙар әҙерләү буйынса төҙөлгөн килешеү был мәсьәләне хәл итергә тейеш.
«Урман хужалығы нимәнән торғанын күрһен өсөн уҡытыусыларҙы беҙҙең урман хужалыҡтарына беркетергә тәҡдим итәм. Сөнки бөгөн китап буйынса белгестәр әҙерләп булмай. Белгесте эшкә алып, уны йәнә бер йыл буйына министрлыҡта уҡытырға ваҡытыбыҙ юҡ», — тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.
Үҙгәрештәр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Өфө урман техник техникумына ла ҡағылырға тейеш. Министрлыҡ етәксеһе һүҙҙәренсә, уҡытыуҙы «урман хужалығынан башланған ғәмәли юлда» алып барыу зарур. "Башинформ".