Новости
11 Ғинуар 2018, 05:15

Төбәктә иң түбән эш хаҡы күләме 10 912 һумғаса артты

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡы күләме 9 489 һум күләмендә билдәләнде. Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы.

Был ҡанунға ярашлы, иң түбән эш хаҡы күләме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы кимәленә саҡлы ике этапта күтәреләсәк.
Атап әйткәндә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан иң түбән эш хаҡы күләме айына 9 489 һум йәғни 2017 йылдың II кварталы өсөн эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 85 процент тәшкил итәсәк.
2019 йылдан башлап иң түбән эш хаҡы күләме дөйөм Рәсәй буйлап уҙған йылдың II кварталы өсөн эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәле кимәлендә билдәләнәсәк. Иң түбән эш хаҡы күләменең артыуы 1,5 миллион кешегә ҡағыласаҡ, уларҙың яртыһы – бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
Башҡортостанда, 15 процент күләмендә Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда, 2018 йылдың 1 ғинуарынан иң түбән эш хаҡы 10 912 һум тәшкил итә.
Конституция судының яңыраҡ сыҡҡан ҡарарына ярашлы, хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы район конэффициентына арттырылған иң түбән эш хаҡы күләменән кәм була алмай.
Шул рәүешле, республикала ғәмәлдә булған Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда 1 ғинуарҙан Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы 10 912 һум (9 489+1 423) тәшкил итергә тейеш, тип аңлаттылар Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә."Башинформ"
Читайте нас