Хәҙер ул элекке 20 процент урынына 50 процент тәшкил итә. Автопаркының йәше уртаса 10 йылдан уҙмаған ойошмалар ташлама менән ҡуллана ала. Был ташлама экологик транспорт хужаларына ла ҡағыла, тик газда бер нисә машина булған осраҡта берәүһенә генә льгота бирелә.
«Рәсәй транспорты» форумы даирәләрендә (2017 йылдың декабрендә Мәскәүҙә үтте) Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала газ ҡойоу станциялары селтәрен үҫтерергә күҙҙалауҙы белдергәйне. Хәҙер улар 15, уларҙың 4-һе Өфөлә. Экологияны һиҙелерлек итеп яҡшыртыу өсөн газ баллонлы транспорт өлөшөн кәмендә 10 процентҡа еткерергә кәрәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе."Башинформ"