Новости
11 Января 2018, 13:17

Төбәктә аграр уҡыу йорттарын тамамлағандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты

Башҡортостанда аграр йүнәлештәге уҡыу йорттарын тамамлағандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты.

Мәҫәлән, юғары һөнәри белем алғандар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы — 500 мең һумға тиклем, профессиональ белем биреү ойошмаларын тамамлағандарға 300 мең һумға ҡәҙәр артты.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, аграр сәнәғәт комплексы өлкәһендәге эштең абруйын күтәреү, йәш белгестәргә ярҙам итеү мәсьәләләре бөгөн өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе булып тора.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың аграр сәнәғәт комплексы системаһындағы вакансиялар банкында 2,3 мең самаһы эш урыны иҫәпләнә. Иң кәрәкле белгестәр исемлеген агрономдар, ветеринарҙар, зоотехниктар, бухгалтерҙар, механизаторҙар, комбайнсылар, машина менән һауыу операторҙары, шулай уҡ малсылар, үҫемлекселек белгестәре етәкләй.
Читайте нас