Уҙған йылдың мартында Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов «эконом класлы торлаҡ» терминынан баш тартырға тәҡдим иткәйне, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары.
«Баш тартырға кәрәк. Нимәне аңлата һуң экономлы класлы торлаҡ? Ул стандарт», – тигәйне ул. 2016 йылдың июнендә Ҡазанда һалына башлаған йортто ҡараған саҡта Игорь Шувалов былай тип белдерҙе: «Бөгөн беҙгә 20 квадрат метрлыҡ фатирҙарҙы күрһәттеләр. Көлкө тойолһа ла, халыҡ бындай торлаҡты һатып ала, һәм ул бик популяр, баҙарҙа ошондай торлаҡҡа урын бар».
«Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында» законға үҙгәрештәр индерелә. «Эконом класлы торлаҡ» төшөнсәһен алып ташлауҙан тыш, законда Торлаҡ өлкәһендә берҙәм үҫеш институтының ер участкаларын һатыу, уның ер участкаларын ҡуртымға йәки бушлай файҙаланыуға тапшырыу буйынса электрон төрҙә аукциондар уҙғарыу тәртибе билдәләнә. Торлаҡ өлкәһендә берҙәм үҫеш институты ипотека баҙарын үҫтереү, торлаҡ төҙөлөшөн тормошҡа ашырыу һәм финанслау механизмдарын булдырыу өсөн 2015 йылда Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығында хөкүмәт тарафынан ойошторолған. "Башинформ".