Новости
11 Ғинуар 2018, 06:10

Пенсия тулы күләмдә түләнә

1 ғинуарҙан «Страховка пенсиялары тураһында» Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр көсөнә инде.

Ул эшләмәүсе пенсионерға эштән азат ителгән айҙан һуңғы өс тулы айҙан һуң индексацияны иҫәпкә алып, азат ителгән айҙан һуң киләһе айҙың беренсе көнөнән индексация суммаһын өҫтәп түләүҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Пенсияның тулы күләмен түләү түбәндәгесә тормошҡа ашырыласаҡ. Мәҫәлән, пенсионер 2017 йылдың декабрендә эштән туҡтаған, барлыҡ индексацияларҙы, шул иҫәптән 2018 йылдың 1 ғинуарынан индексацияны иҫәпкә алып, пенсияға түләү 2018 йылдың апрелендә тормошҡа ашырыласаҡ (өс айҙан һуң: ғинуар, февраль, март), 2018 йылдың 1 ғинуарынан 31 мартына тиклемге осор өсөн индексацияларҙың түләп бөтөлмәгән суммаһы менән апрель пенсияһына бер тапҡыр түләнеүсе өҫтәмә түләү менән. Шулай итеп, пенсионер пенсияһының тулы күләмен эштән азат ителгәндән һуң өс айҙан һуң ала башлаясаҡ, әммә был өс ай уға компенсациялана.

БР буйынса Пенсия фонды идаралығының матбуғат хеҙмәте.



Читайте нас