«Страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн бер нисә шарт үтәлергә тейеш: минималь страховка стажы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәш, ир-егеттәр өсөн 60 йәш, пенсия балдарының минималь суммаһы. Страховка стажы йәки пенсия балдары етмәгән осраҡта социаль пенсия билдәләнә», — тип РБК ведомствоның матбуғат хеҙмәте аңлатмаһынан өҙөмтә килтерә.
Рәсәй Федерацияһында ҡартлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы 14 075 һумға тиң, социаль пенсия күләме — 9 045 һум. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыу өсөн былтыр һигеҙ йыл хеҙмәт стажы һәм 11,4 пенсия балы етә ине. Был талаптар йыл һайын арта бара. 2022 йылда ҡартлыҡ буйынса пенсия алыу өсөн 15 йыл страховка стажы һәм 30 пенсия балы булырға тейеш, тип аныҡлыҡ индерә РБК.
Страховка пенсияһы гражданға хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда алған килемде ҡаплау өсөн бирелә. Шулай уҡ ул инвалидлыҡ буйынса тәғәйенләнә һәм ҡараусыһыҙ ҡалыу сәбәпле эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларына түләнә. Страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн кәрәкле пенсия балдары пенсия системаһына түләнгән иғәнә күләменә, хеҙмәт стажының оҙайлығына бәйле."Башинформ".