Новости
11 Ғинуар 2018, 13:40

Иҫке Яңы йылда республикала -34 градусҡаса һыуыта

Алдағы төндә ҡайһы бер райондарҙа температураның 27 градусҡа тиклем түбәнәйеүе күҙаллана. Иҫке Яңы йылға иһә ҡаты һыуыҡтар көтөлә.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 13 ғинуарҙа, көндөң яуым-төшөмһөҙ, һауа температураһының төндә -28 булыуы, урыны менән -34 градусҡа етеүе ихтимал. Көндөҙ бер аҙ йылыта: 18-23 градус һалҡын.
Читайте нас