Новости
11 Ғинуар 2018, 10:04

Өфө-Мәскәү билеттары арзанайҙы: 2,5 мең һумға осорға мөмкин

Хәҙер Өфөнән Мәскәүгә 2,5 мең һумға осорға мөмкин.

Осоштар менән яңы авиакомпания — «Комиавиатранс» шөғөлләнә. Яҡындағы осош 13 ғинуарға билдәләнгән, өфөләрҙе «Домодедово» аэропорты көтә.
Популяр йүнәлеш буйынса осоштар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Шәмбе көндәрендә Embraer ERJ самолеты Өфөнән иртәнге 6-сы 10 минутта оса. Кире йүнәлештә рейстар йәкшәмбегә, киске сәғәт 10-ға күҙалланған.
Бер яҡҡа иң осһоҙ билет 2 500 һум тора. Шулай була ҡалһа, ял көндәренә Мәскәүгә осоу бер кешегә 5 мең һумға төшә. "Башинформ"
Читайте нас