Новости
10 Ғинуар 2018, 05:45

Рәсәй автомобиль сәнәғәте машиналарға хаҡтарҙы арттырҙы

Рәсәйҙәге иң ҙур еңел автомобилдәр етештереүсе «АвтоВАЗ» предприятиеһы 2018 йылдың башынан продукцияға хаҡтарҙы арттырҙы.

Хаҡтар уртаса 2,5 процентҡа күтәрелгән һәм бөтә автомобилдәргә лә ҡағылған.
«Ихтыяждың кәмеүен фараз итмәйбеҙ, сөнки бөтә етештереүселәр ҙә ғәҙәтәгесә яңы йылда сыҡҡан автомобилдәргә хаҡтарҙы арттыра, хаҡ конкуренцияһында юғалтмайбыҙ», — тип автоконцерн вәкиле телмәренән өҙөмтә килтерә агентлыҡ.
2017 йылдың башында «АвтоВАЗ» шулай уҡ Lada автомобилдәренә хаҡтарҙы арттырҙы. Бөтә модель рәте буйынса хаҡтарҙың артыуы 1,5-3 процент тәшкил иткәйне."Башинформ"
Читайте нас